«Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән осраштым. Тиҙҙән иҫке һәм яңы Ағиҙел күпере араһында өҫтәмә төҙөй башлайбыҙ, артабан уларҙы берләштерәбеҙ. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы беҙгә ярҙам күрһәтә», — тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров министр менән осрашыуҙа Бөрө трактына сығыу урыны менән Салауат Юлаев проспектының дауамын да тикшерҙе. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, был «Өфөнөң күпселек өлөшөнөң трафигын сифатлы үҙгәртә ала».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Ҡазанда Дәүләт советы ултырышында булды, ә алдағы көндәрҙә Сочи инвестиция форумында ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1273340-ufa-poluchit-2-mlrd-rubley-na-stroitelstvo-novogo-mosta-/