Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Март 2019, 13:44

Бер ай эсендә республиканы сүп-сарҙан таҙартыу бурысы тора

Оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев экологик өмәләр айлығына әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Киреев билдәләүенсә, республика май айына тиклем сүп-сарҙан, саңдан таҙартылырға тейеш. Бынан тыш, ағастар аҡланасаҡ, бордюрҙар буяласаҡ.

Ведомство республика халҡын экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Төбәктә был маҡсатта ике көн бүленәсәк.


Министрлыҡ 6 апрелдән 11 майға тиклем осорҙо төҙөкләндереү айлығы итеп иғлан итергә тәҡдим итә. Экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында, республикала 6 һәм 20 апрель дөйөм өмәләр көнө тип билдәләнде. 6 апрелдә хакимиәт башлыҡтары барыһында был эшкә йәлеп итергә тейеш. Туҡланыу нөктәләрен, коммуналь техникалар парадын ойоштороу мөһим. Теләгәндәргә ҡорамалдар бүлергә. Тупраҡ, сәсеү орлаҡтарын һатыр алырға. Бынан тыш, көн һайын техникаларҙы, формалағы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә йәлеп итеү кәрәк. Юлдарҙа саң булырға тейеш түгел. 6 апрелдә сүп-сар йыйыласаҡ. 20 апрелдә- йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.

Михаил Киреев


Радий Хәбиров министрлыҡ планын хупланы. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, йәйге миҙгелгә республиканың бар ҡалаларын төҙөкләндереү мөһим.


Бар эштәрҙе беренсе майға тиклем тамамлауҙы һорайым. Әгәр ҙә һауа шарттары мөмкинлек бирмәһә, етенсе майға тиклем. Эш тамамланғандан һуң, кураторҙар райондарға сығып, мәғлүмәт туплаясаҡ.

Радий Хәбиров



Читайте нас: