Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Май 2019, 14:48

Эске торош тышҡы йөҙҙә сағыла

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов урынбаҫары Андрей Ермолаев менән республика программаһы бу-йынса төҙөкләндереү эштәре менән танышып сыҡты.

Әлеге подъездарҙа ремонт эштәренең 70 проценты тамамланған тиергә була, ҡайһы бер сымдар алаһы ғына ҡалған. Ленин проспектында урынлашҡан 77-се йортта йәшәүсе Валентина Майорова һөйләүенсә, республика программаһына эләгер өсөн улар эште алдан башлаған, Өфө юлын да йыш тапағандар. Ә бит был йортто һалыуға 55 йыл уҙып киткән. Бында йәшәүсе халыҡтың байтағы пенсионерҙар икән. Подъездарында ремонт үткәреүгә айырыуса улар шатлана, ҡайһы бер фатир хужалары өлкән йәштә булғас, төҙөкләндерелгән йортта тағы ла бер нисә йыл йәшәй алһаҡ ине тип хыялланалар.
Социалистик урамындағы 20-се ике ҡатлы йорттағы поъездарҙың да барыһы ла әҙер тиергә була. Бында йәшәүселәр подъездарының матурлығына һоҡланып бөтә алмай. Ә бына Блюхер урамының 21-се йортонда программаға бары тик ике подъезд ғына эләккән икән. Бында ла эштәр тамамланыуға табан бара.
– Эш башланды һәм ул 15 июнгә тамамланырға тейеш, беренсе этапта 46 йорттоң 88 подъезын төҙөкләндереү ҡаралған, – тип белдерҙе ремонт менән танышҡан арала Владимир Иванович.
Ғөмүмән, дүрт этапта 109 йортта 350 подъезды төҙөкләндереү бурысы тора. Уныһы инде 1 ноябргә тамамлана.
Әлеге ваҡытта төбәктә күп фатирлы йорттарҙа 50 мең самаһы подъезд иҫәплә-нә. Бөгөн уларҙың яртыһынан ашыуы ремонтҡа мохтаж, йәғни республика буйынса бөгөн ремонт талап ителгән 26 мең самаһы подъезд иҫәпләнә. Торлаҡ фондын файҙаланыу ҡағиҙәһенә ярашлы, уларҙы биш йыл һайын төҙөкләндереп торорға кәрәк. Ысынбарлыҡта иһә ҡайһы бер подъездарҙа күп йылдар дауамында бер ниндәй эштәр ҙә башҡарылмаған. Күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә булыуын иҫәпкә алып, республикала комплекслы ремонтлау буйынса программа ҡабул ителде. Был мөһим сара тураһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров күптән үҙ фекерен белдерҙе. Бындай ремонтҡа сығымдар республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан ҡаплана, шулай уҡ ике процентын фатир хужалары ҡаплаясаҡ. Республиканың комплекслы программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: