Семинарҙы Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәтселек контроленең төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский алып барҙы.
Кәңәшмәлә республика Торлаҡ-ком-муналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А.Р Ҡотлоғолов, «БР төбәк операторы» генераль директоры С.А. Баглай, Стәрле-тамаҡ ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәтселек контроле үҙәге етәксеһе И.З. Вәлишин, хакимиәт, идарасы һәм подрядсы ойошмалар вәкилдәре, күп фатирлы йорт советтары рәйестәре һәм ҡала халҡы ҡатнашты.
Бында 2019 йылда күп фатирлы йорт-тарҙа подъездарҙы ремонтлау, капиталь ремонт, «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса йорт аралары территорияларын төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
Семинарҙа ҡатнашыусылар кәңәшмә алдынан «Ҡала мөхите», «Башҡорт ихатаһы» программалары буйынса төҙөкләндерелгән ихаталарҙы һәм күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре барышын ҡарап сыҡты.
Кәңәшмәлә подъездарҙы һәм йорт ихаталарын ремонтлау ваҡыты һәм төрҙәре, башҡарылған эштәргә гарантия, уларҙың сифаты һәм башҡа халыҡты борсоған мәсьәләләр күтәрелде. Хакимиәт, идарасы һәм подрядсы ойошмалар вәкилдәре, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡала йәмәғәт контроле үҙәге, күп фатирлы йорт советтары рәйестәре был өлкәлә килеп тыуған һорауҙарҙы халыҡ менән бергә уртаға һалып һөйләште. Ултырыш һуңында алдағы көндәргә теүәл бурыстар ҡуйылып, уларҙың башҡарылыу ваҡыты билдәләнде, ә подъездарҙа ремонт барған йорт милекселәренә эш барышына йәмәғәтселек контролен көсәйтергә ҡушылды.