Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Июль 2019, 12:47

Ике көнгә һыу ябыла

Ике көнгә һыу ябылаҠаланың һыу менән тәьмин итеү системалары иҫкереүе тураһында күптән үк һөйләйҙәр ине. 25-26 июлдә был ремонт эштәре башланасаҡ та инде, быға бәйле ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә йәғни Элеватор һәм Хоҙайбирҙин урамы сиктәрендә, ошо биҫтәгә ҡараған урамдарҙа (Дуҫлыҡ, Шайморатов, Николаев урамдары, Ленин проспекты) һыу менән тәьмин итеү туҡтатылып торасаҡ. Һыу торбалары 296 күп фатирлы йорт һәм йөҙгә яҡын социаль биналарҙа ябылып торасаҡ.

Планлы рәүештә ремонт эштәрен башҡарыу өсөн һыу биреүҙе туҡтатып тороу мәсьәләһенә бәйле ҡала хакимиәтендә кәңәшмә уҙҙы. Унда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев эшләнәсәк эштәр тураһында аңлатып, идара итеүсе һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар, ҡала хакимиәтенең бүлек начальниктары, социаль объекттар етәкселәре һәм вәкилдәре менән һөйләшеү ойошторҙо.
Бындай ҙур киңлектәрҙә һыуҙы ябып тороу ҡала тормошона ҙур йоғонто яһай, һөйләшеүҙә ошо турала һүҙ барҙы ла инде. Янғын һүндереүселәр эшләгән гидранттар тураһында борсолһа, юл-транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеге бүлеге автомобиль йөрөү шарттарын белергә теләне һәм һәммәһе лә үҙенә кәрәкле яуап тапты. Мәҫәлән, Ленин проспектында “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы алдындағы юл өлөшөндә ике йүнәлештә лә берешәр һыҙат ҡына ҡалдырыласаҡ, ә Дуҫлыҡ урамында ошо уҡ тәңгәлдә юл тулыһынса ябылып торасаҡ. Шулай уҡ, балалар баҡсаларын ябып торорға, дауаханалар һәм ошондай уҡ объекттарға һыу алып барыу, биобәҙрәфтәр урынлаштырыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
– Беҙ был эште тиҙ арала үтәү өсөн булған тиклем Һыу каналы хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итәсәкбеҙ һәм эштәр тәүлек әйләнәһенә дауам итәсәк. Ҡала халҡын һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу ташыусы машиналар урынлаштырасаҡбыҙ, шулай уҡ шәхси йорттар өлөшөндә һыу колонкаларынан да һыу алып буласаҡ. Һыу менән дауахана һәм поликлиникалар ҙа тәьмин ителәсәк, – тине Андрей Петрович.
Идара итеүсе компанияларға һыуһыҙ ҡаласаҡ йорттарҙа йәшәүселәргә алдан иҫкәртергә һәм яҡын тирәлә булған эсәр һыу алыу нөктәләрен билдәләргә ҡушылды. Бөтә йорттарҙа ла һыу ябылмай, шуға күрә күрше йорттарҙан һыу инеп алырға була.
Үҙ көнөгөҙҙө алдан күреп ҡуйһағыҙ ҙа була, сәйгә һәм ашарға бешерергә алдан һыу алып ҡуйһағыҙ яҡшыраҡ. Әгәр өҫтәмә һорауҙарығыҙ булһа, ҡаланың һыу каналы диспетчер үҙәгенә шылтыратып белә алаһығыҙ: 8(3473) 24-02-90, 24-04-91.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: