Рәсәйҙә бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар асыҡланды. Конкурста Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалалары еңеүсе тип табылды. Приз фонды – 245 миллион һум. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына төҙөкләндереү эшен күҙәтеүгә алырға ҡушты.
“Ихаталарҙы матурлайбыҙ, ауыл, ҡалаларҙы төҙөкләндерәбеҙ. Был да фәҡирлеккә ҡаршы көрәш. Беҙ кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирәбеҙ һәм бирәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.