Артабан заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса йәмәғәт комиссияһы бөтә килгән тәҡдимдәрҙе ҡараясаҡ һәм объекттарҙың дөйөм исемлеген булдырасаҡ. Биш лидер проект һуңғы рейтинг тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ.
Тәҡдимдәрҙе түбәндәге юлдар менән бирергә мөмкин:
2) торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге фойеһындағы тәҡдимдәр йыйыу өсөн ҡуйылған йәшниккә (Хоҙайбирҙин урамы, 78 адресы буйынса, 3-сө ҡат (эш көндәрендә сәғәт 8.30-ҙан алып 17.30 сәғәткә тиклем, төшкө ял 13.00-14.00 сәғәттә);
3) ҡала округы хакимиәтендәге фойела тәҡдимдәр йыйыу өсөн ҡуйылған йәшниккә (Октябрь проспекты, 32 адресы буйынса, 1-се ҡат (эш көндәрендә 8.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем, төшкө ял 13.00-14.00).
Тауыш биреү 1 сентябрҙән 10 сентябргә тиклем буласаҡ. Стәрлетамаҡта тауыш биреү өсөн йәмғеһе 21 бина ойоштороласаҡ. Оҡшаған төҙөкләндереү проекты өсөн беҙҙең ҡалала йәшәүсе 14 йәштән өлкән теләгән һәр бер кеше тауыш бирә ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге.