“Бөгөн предприятиелар менән бергәләп 2020 йылда конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар һәм документтар пакеты әҙерләү буйынса саралар планын тикшерҙек. Үҫешкә заявканы “Велес” индустриаль паркы әҙерләй, шулай уҡ элекке “Строймаш” һәм “Күн-аяҡ кейемдәре” предприятиелары базаһында технологик парк ойоштороу планлаштырыла, “Авангард” федераль предприятиеһы территорияһында индустриаль парк булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Был юҫыҡта алда ҙур эштәр тора, конкурста ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың ғинуарында уҡ алдан заявкалар һайлап алынасаҡ”, – тип хәбәр итә хакимиәт башлығы урынбаҫары.