Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Октябрь 2019, 17:38

Федераль һәм республика проекттары быйыл рекорд ҡуя

Федераль һәм республика проекттары быйыл рекорд ҡуяТорлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә бәйле мәсьәләләр һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала, тап ошо йүнәлештә халыҡтан иң күп һорауҙар килә. Халыҡ борсолоуын ҡәнәғәтләндереү генә түгел, ә йорттарға йылы биреү, ҡаланы матур һәм таҙа тотоу, федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашыу кеүек ҙур эштәр башҡарылып тора – был турала ҡала хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Андрей ЕРМОЛАЕВ матбуғат конференцияһы барышында һөйләне.

Был өлкәлә ҡайһы һорауҙы ғына алма, ул ҡыҙыуҙарҙан булып һанала, сөнки һәр эштең үтәлеү ваҡыты бар, халыҡ иһә уларҙы ваҡытында башҡарыуҙы ғына түгел, ә сифатын да талап итә. Журналистар менән аралашыуҙы тап ошондай “ҡыҙыу” ваҡытта яһау ҙа үҙенсәлекле бер йомғаҡлау булып тора, шулай ҙа башланған эштәр ҙә етерлек, ә унан һуң ҡар яуасаҡ, йылдың һалҡын миҙгелендә эшләүгә күсеп китәсәктәр. Ә әлегә көҙ – уңышты йыйыр мәл, тиҙәр, тик был мәлдә һуңғы ваҡытты документтағы даталар түгел, ә тәбиғәт ҡуя, ҡасан ҡар яуыуын кем белә һуң...
– Быйыл, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, федераль һәм республика программалары буйынса ведомствоға бик күп аҡсалар күсерелде, рекордлы кимәлдә тиһәң дә була. Ҡаланы матурлау өсөн был бик яҡшы, тик әлеге өлкәлә эшләргә теләүсе компаниялар ғына аҙ, шуға тендерҙа еңеүселәргә бер нисә объектта эш алып барырға тура килә. Быға бәйле белгестәр, эшселәр, техника бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, ваҡыт буйынса өлгөрә алмайҙар, – тип аңлатып үтте Андрей Ермолаев ҡайһы бер йүнәлештә артта ҡалыу хаҡында, мәҫәлән, биләмәләрҙе һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса графиктар төрлө урында төрлөсә, ҡайһы бер подрядсылар үҙ проекттарынан ике айға ҡалыша. – Әммә бөтә эштәр ҙә сифатлы башҡарылып, ваҡытында тапшырылырға тейеш, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы етәксе. Әлбиттә, эштәрҙең график буйынса үтәлмәүе идара итеүсе компанияларҙың шәхси ҡулдарҙа булыуына ла бәйле, ни тиһәң дә яуаплылыҡ самалы. Әммә тиҙҙән был мәсьәлә лә сиселеүе ихтимал, сөнки Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте тарафынан “Спецавтохозяйство” исемле идара итеүсе компания булдырылған, муниципаль компанияның мөмкинлектәре киңерәк тә буласаҡ, яуаплыраҡ та. Әленән үк яңы идара итеүсе компанияға күсергә теләүселәр табылғандан да инде.
Андрей Петрович һүҙҙәренсә, шул уҡ ваҡытта әлеге мәлдә артта ҡалған мәшәҡәттәр ҙә етерлек, мәҫәлән, милли проекттың “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” программаһы буйынса планлаштырылған бөтә эштәр ҙә тамамланған. Программа буйынса бөтәһе 250 миллион һум аҡса бүленгән, эштәр барышында аҡсаларҙың бер өлөшө экономиялап ҡалынған, был иҫәпкә Вокзал һәм Геология урамдарында юлдар ремонтланасаҡ.
Журналистар тағы ла “Сода” паркында эштәр барышы, велосипед юлдары, “юл эксперты” программаһы эше менән дә ҡыҙыҡһынды.
“Сода” паркына килгәндә, әлеге мәлдә фонтандың өҫкө өлөшө ҡуйылған, йәйәүлеләр юлдарында асфальт һалына. Кесе архитектур формалар, газон, эскәмйә, урна, бюстар урынлаштырыла. Был проект республикала иң ҙурҙарҙан һанала. Стәрле буйы эргәһендәге аллеяла иһә яр буйына өҫтәмә рәүештә нығытылып, эштәр ноябрь айында тамамланырға тейеш.
“Юл эксперты” ҡушымтаһы ла үҙ эшен тиҙ башҡара, соҡорҙар барлыҡҡа килеүе менән тейешле хеҙмәт белеп тора. Андрей Ермолаев ҡушымтаны үҙе лә һынап ҡараған.
– Ҡушымта менән ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Мин төшөрөп ебәргән соҡорҙо бер аҙнала эшләнеләр. Ғөмүмән алғанда, мобиль ҡушымта 3286 заявка ҡабул иткән, уларҙың 2353-ө үтәлгән, 250-һе үҙ ваҡытын көтә. Шуныһын әйтергә кәрәк: идара итеүсе компаниялар ихата эсендәге соҡорҙарҙы үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмай, – тине ул ҡыйынлыҡтарҙы ла йәшермәй.
Быйыл Стәрлетамаҡта “Башҡорт ихатаһы” программаһы буйынса 18 ихата төҙөкләндереүгә ингән, уларҙың етәүһе әҙер, 11 ихатала асфальт түшәү тамамланған, кесе архитектур формалар урынлаштырыу эше ҡалған. Тағы ла эскәмйәләр, урналар һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын ташлау өсөн яңы контейнерҙар ҡуйыласаҡ, улар аҫтына махсус майҙансыҡтар булдырыла. Ихатала йәшәүселәрҙең талаптары буйынса балалар һәм уйын майҙансыҡтары яһаласаҡ, яңы ҡағиҙә буйынса, уларҙа мотлаҡ резиналы япма түшәлергә тейеш. Эштәр октябрь урталарына тиклем тамамланасаҡ. Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, программа 2024 йылға тиклем дауам итә, шуға әгәр һеҙ ҙә үҙ ихатағыҙҙы төҙөкләндерергә теләйһегеҙ икән, һис киҫекмәҫтән ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: