Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Октябрь 2019, 16:34

Көн арыуҙа эшләп бөтөргә кәрәк!

Көн арыуҙа эшләп бөтөргә кәрәк!Ҡала хакимиәтендә “Башҡорт ихатаһы” «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә уҙҙы. Унда йәмәғәтселек комиссиялары ағзалары, подрядсы ойошмалар һәм технадзорҙан вәкилдәр ҡатнашты. Кәңәшмәне хакимиәт башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев алып барҙы.

Андрей Петрович ҡалала асфальт түшәү эштәренә ентекле туҡталып үтте, бөгөнгө көндә 18 йорт ихатаһының 11-нә асфальт түшәлгән, 3 йорт территорияһында әҙер резина япмаға бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, өсәүһендә резина япма ҡоролған, 7 йорт ихатаһында әҙерлек эштәре бара. Хакимиәт башлығы урынбаҫары эште ваҡытында башҡарып өлгөрмәгән подрядсы ойошмаларға иҫкәрмә яһаны, шулай уҡ йорт ихаталары территорияларын төҙөкләндереүҙә раҫланылған проекттарҙан тайпылмаҫҡа саҡырҙы.
– Әле көндәр матур саҡта асфальт түшәлмәгән урындарҙа түшәп ҡалырға кәрәк. Ремонт эштәре бөткәс, ихаталағы сүп-сарҙы мотлаҡ йыйыштырып китергә кәрәк, артығыҙҙан сүп-сар ҡалмаһын! – тигән талап ҡуйҙы етәксе. – Еренә еткереп эшләй алмайһығыҙ икән, тотонмағыҙ! – тип өндәште ул подрядсы ойошмаларға.
Подрядсыларға һәр ихатала айырым эш күләменә һәм эште ваҡытында башҡарыуға бәйле график төҙөргә ҡушылды. Андрей Петрович яҡын арала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре, проекттарҙы раҫлау өсөн, 2020 йылға “Башҡорт ихатаһы” программаһына эләккән йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашасаҡ тип тә хәбәр итте. Был осрашыуҙарҙа подрядсы ойошмаларҙың етәкселәре лә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәмәғәтселек территорияларын төҙөкләндереү буйынса эш барышын ентекле тикшерҙе.
Р. САФИНА.
Читайте нас: