Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Ғинуар 2020, 13:35

Ҡала ҡарҙан таҙартылды

Яңы йыл байрамдарында ҡаланан дүрт мең тонна ҡар сығарылған.

Стәрлетамаҡ коммуналь хеҙмәткәрҙәре Яңы йылда ла ял итмәне – улар ҡала эсен тәртиптә тотто. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала эсендәге урамдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан һәм боҙло һыуҙарҙан таҙартыу өсөн көн һайын яҡынса 48 берәмек техника һәм 64 коммуналь хеҙмәт эшсеһе эшкә егелде.
Яңы йыл байрамдарында юл ремонтлау төҙөлөш идаралығы (РСУ ДОР) һәм УБР көстәре менән урамдар тайғаҡ боҙға ҡаршы матдәләр – тоҙ иретмәһе һәм тоҙло ҡом ҡатнашмаһы менән эшкәртелде. Ошо маҡсатта көн һайын яҡынса 15 тонна материал файҙаланылды. Ике ҡар сүплегенә 4 мең тоннанан ашыу ҡар сығарып түгелде.
Әйткәндәй, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иҫегеҙгә төшөрә, РСУ ДОР һәм УРБ үҙәк урамдарҙы һәм тротуарҙарҙы ғына ҡарҙан таҙарта. Йорт араларындағы территорияларҙы идарасы компаниялар ҡарарға тейеш.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: