Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Ғинуар 2020, 11:25

Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ

Стәрлетамаҡта “Заманса уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2021 йылда ла ҡала биләмәләре төҙөкләндереләсәк.

Ошоға бәйле, ҡалала йәшәүселәр рейтинг тауыш биреүгә үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. Заявкалар 22 ғинуарға тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итәләр ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығынан.
Заманса ҡала мөхите булдырыу буйынса йәмәғәт комиссияһы килгән тәҡдимдәрҙе ҡарап, объекттар теҙмәһен төҙөйәсәк. Улар араһынан иң күп тәҡдимдәр йыйған бишәү рейтинг тауыш биреүҙә ҡатнаша. Тауыш биреү 1 мартҡа тиклем үткәрелә. Стәрлетамаҡта барлығы 21 участка асыласаҡ. Проект өсөн Стәрлетамаҡта йәшәгән 14 йәштән өлкән һәр кем үҙ тауышын бирә ала.
Тәҡдимдәрҙе электрон почтаға [email protected] йәки түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан махсус йәшниктәргә яҙып һалырға мөмкин: Хоҙайбирҙин урамы, 78, 3-сө ҡатта; Октябрь проспекты, 32, 1-се ҡатта.
Әйткәндәй, былтыр ҡала халҡы 2020 йылда төҙөкләндереү өсөн “Салауат” кинотеатры артындағы паркты һайлағайны.
Читайте нас: