Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Ғинуар 2020, 17:15

Боҙбармаҡтар өҫкә төшмәһен тиһәгеҙ...

Йорт алдын ҡарҙан, өй ҡыйыҡтарын боҙҙан таҙартмаһалар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты иҫегеҙгә төшөрә: ғәмәлдәге законға ярашлы, ҡар яуғандан һуң идарасы компаниялар әленән-әле тротуарҙарҙы таҙартып торорға тейеш. Мәҫәлән, ике сантиметр самаһы ҡар булғанда, территория тәүлегенә кәм тигәндә бер тапҡыр таҙартылырға тейеш. Йорт ҡыйыҡтарын да мотлаҡ боҙбармаҡтарҙан таҙартып торорға тейештәр. Йәйәү йөрөгән юлдар тайғаҡланһа, идарасы компаниялар юлға тоҙло ҡом ҡатнашмаһы һибеп сығырға тейеш.
Күп фатирлы йорттар яны территорияларын йыйыштырыу эштәре тейешенсә үтәлмәгән хәлдә, үҙегеҙҙең идарасы компанияның диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Идарасы компания был хәлгә вайымһыҙ ҡалған осраҡта БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының ҡыҙыу линия телефонына шылтыратап алаһығыҙ: 8-937-845-28-42.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: