Уға ярашлы, быйыл 1 апрелдән 1 ноябргә тиклем һәр кесаҙна “таҙалыҡ көнө” тип иғлан ителде. Был көндө көндөҙгө сәғәт 4-тән киске сәғәт 6-ға тиклем ҡала предприятиеларына, учреждениеларына һәм ойошмаларына үҙҙәренең эргәһендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәрен ойошторорға тәҡдим ителә. Был эштәргә түбәндәгеләр инә:
- газондарҙы планлаштырыу һәм төҙөкләндереү;
- ағастар ултыртыу, гараж, йорт араларын, ҡойма буйҙарын, юл ситтәрен, ағастарҙы үренделәрҙән таҙартыу;
- биләмәне төҙөлөш һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартыу;
- юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы йыуҙырыу;
- урамдарға өҫтәмә яҡтыртҡыстар урынлаштырыу;
- ҡоймаларҙы ремонтлау, буяу, йыуҙырыу;
- ағас олондарын, бордюрҙарҙы аҡлау;
- бинаның тышҡы йөҙөн ремонтлау.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Указы менән 2020 йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде.