Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кинотеатр алдындағы территория 2014 йылдан алып 2016 йылға тиклем Башҡорт сода компанияһы тарафынан төҙөкләндерелде һәм хәҙер ҡаланың иң матур ял итеү урынына әйләнде. Ә бына кинотеатрҙың арты әлегә үҙенә тартып тормай – ул һаман элеккесә ҡала.
Ниһайәт, оҙаҡламай ундағы территория ла рәхәтләнеп ял итерлек итеп төҙөкләндереләсәк.
“Был парк – халыҡтың яратҡан урыны, уны беҙ тағы нығыраҡ матурлаясаҡбыҙ әле”, - тип яҙа ҡала етәксеһе.