Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Март 2020, 11:08

Ҡар иреп бөткәс тә ҡойма йүнәтеләсәк

Хәҙер элекке һымаҡ ғариза менән хакимиәткә барып, фекерҙәрен еткереүселәр һаны кәмей, сөнки интернетта халыҡ ялыуҙарын эшкәртеүсе “Инцидент” системаһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә.

Бына күптән түгел Төҙөүселәр урамындағы яңы кәртәләрҙең металлолом, сүп-сарға әйләнәсәген еткергәндәр. Был зыянға кем яуап бирәсәк, тип һорағандар. Шулай инде: көҙ ҡуйҙылар, матурлыҡты күреп тә туйманыҡ, ҡыш ҡар аҫтында ҡалып, яҙын эштән сыҡты. “Ошо һынған кәртәнең 1 метры күпмегә төшә икән?” - тип һораған яҙған кеше.
Күп тә үтмәне, был һорауға яуап та килде: “Ҡышын юлдарҙы таҙартыуға бәйле, полимер кәртәләрҙең аҫҡы металл өлөшөнә зыян килгән. Уңайлы шарттар тыуыу менән подрядсы ойошма уларҙы тергеҙәсәк, тик был хәл 2020 йылдың 15 апреленән дә алда булмаясаҡ”, - тип яуап биргән төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев.
Әйткәндәй, һәр кем үҙен борсоған мәсьәләләрҙе “Инцидент” системаһы аша тиҙ арала хәл итә ала.
Читайте нас: