Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Март 2020, 20:00

Ҡалабыҙҙы таҙа тотоу – һәр кемдең бурысы

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 20 марттан һәр аҙна йома көндө сәғәт 16-00-нан алып 18-00 сәғәткә тиклем Стәрлетамаҡта “Таҙалыҡ көндәре” уҙғарыласаҡ.

Ошоға бәйле, ҡала хакимиәтендә «Таҙалыҡ көндәре» һәм субботниктар уҙғарыуға әҙерлек эштәре буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Ултырышта хакимиәт башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары, бүлектәр һәм хеҙмәттәр, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев ҡалала уҙғарыласҡ «Таҙалыҡ көндәре» тураһында ентекләп һөйләне. Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса саралар ошо аҙнала уҡ башлана.
- Ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениеларға беркетелгән территорияларҙа санитар таҙартыу эштәрен алып барырға кәрәк - ҡар кәҫтәрен ваҡлау, территорияларҙы ҡар һыуҙарынан таҙартыу, сүп-сарҙы сығарыу, фасадтарҙы таҙартыу, тышҡы рекламаны һәм алтаҡталарҙы тәртипкә килтереү; үҫентеләр ултыртыу, йәшелләндереү, сәскә түтәлдәрен әҙерләү эштәре, ағастарҙы һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу; юлдарҙағы, газондарҙағы сүп-сарҙы йыйыштырыу; ҡоймаларҙы буяу, бордюрҙарҙы аҡлау, бәләкәй архитектура формаларын буяу, ағас олондарын ағартыу, канауҙарҙы таҙартыу. Һәр учреждение янында сүп һауыттары булырға тейеш һәм улар әленән-әле таҙартылып торорға тейеш, - тип хәбәр итте Андрей Ермолаев.
Махсус ойошмаларға мотлаҡ серек ағастарҙы бысып, юл ситендәге сүп-сарҙы йыйып сығарып ташларға, кәртәләрҙе, бәләкәй архитектура формаларын һәм урам яҡтыртҡыс плафондарҙы яңыртырға ҡушылды. Идарасы компаниялар һәм ТСЖ торлаҡ милекселәре ширҡәттәре етәкселәре алдында күп фатирлы йорттар хужалары менән аңлатыу эштәре алып барыу, йорт яны территорияларын төҙөкләндереү, йорт янындағы территорияларға ҡара тупраҡ килтереп түшәү, беркетелгән территорияларҙан сүп-сар йыйып сығарыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йүнәтеү, ҡоймаларҙы, ремонтлау кеүек эштәр тора.
Сауҙа бүлегенә һатыу нөктәләре урынлашҡан территорияларҙа уларҙың хужалары менән ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартыу эштәре буйынса аңлатыу эштәре алып барырға тәҡдим ителде.
Һатыу нөктәләренең хужалары «Төҙөкләндереү ҡағиҙәләре»н боҙған осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Төҙөлөш бүлегенә төҙөлөш майҙандарында һәм уларға яҡын урындарҙа эш барышын контролдә тоторға ҡушылды (ҡоймаларҙы һәм кәртәләрҙе йүнәтеү, буяу, сүп өйөмдәрен сығарыу, автотранспорт һәм төҙөлөш техникаһы йөрөгән урындарҙа уңайлыҡтар булдырыу).
Шулай уҡ ер эштәрен контролдә тоторға ҡушылды. Ер эштәре менән булған предприятиелар һәм ойошмаларға коммуникациялар һалынған урындарҙа юл полотноларын ваҡытында тергеҙергә кәрәк.
Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Рәсим Мөхәмәтйәнов янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм сүп-сар яндырыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрҙө. Янғын хәүеф янаған осорҙа теләһә ҡайһы ерҙә, шулай уҡ ағастан төҙөлөш барған урындарҙа кипкән үлән, ҡоро-һары яндырыу ҡәтғи тыйыла. Сүп-сар яндырған өсөн штраф һалыу ҡаралған.
Ултырышта «Эко-Сити» төбәк операторы субботниктар ваҡытында оператор шәхси секторҙан япраҡтарҙы һәм урам һепергән сүп-сарҙы сығарып түгәсәге тураһында әйтелде. Бының өсөн ҡала халҡына сүпте быға тиклемге сүп өйөмдәренә өйөргә кәрәк, артабан урам комитеты заявкаһы буйынса сүп-сар сығарып ташланыла.
Башҡа предприятиелар һәм ойошмаларға 1 апрелгә тиклем өмә мәлендә сүп сығарыу буйынса оператор менән килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.
РСУ ДОР һәм УРБ етәкселәре өмәләр һәм «Таҙалыҡ көндәре»н уҙғарыуға әҙер булыуҙары тураһында отчет бирҙе.
Владимир Куликов ҡала халҡын өмәләрҙә ҡатнашырға һәм май байрамдарына ҡаланы бергәләп матурларға саҡырҙы.
- Үҙебеҙ йәшәгән йәмәғәтселек территорияларын һәм ихаталарҙы тәртипкә килтерәйек, оят булмаһын, - тине ҡала етәксеһе. - Үкенескә ҡаршы, ҡала халҡы араһында сүпләп, бысратып йөрөргә ғәҙәтләнгән намыҫһыҙҙар ҙа күп, үҙҙәре йәшәгән йорт балконынан урамға тәмәке төпсөгөн ырғытыусылар ҙа юҡ түгел. Урам һепереүсе килеп һеперер әле тип ҡарарға өйрәнгәндәр. Ошондай йәмһеҙ күренештәр булмаһын ине.
Мин һәр етәксене үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән «Таҙалыҡ көндәре»ндә ҡатнашырға саҡырам. Әгәр ҙә Стәрлетамаҡта йәшәүсе һәр кем урамдарҙы йыйыштырыу өсөн бер сәғәт ваҡытын бүлһә, беҙ Яҙ һәм Еңеү байрамдарын таҙа, матур ҡалала ҡаршылаясаҡбыҙ, - тине Владимир Иванович.
Р.ЗАМАНОВА
Читайте нас: