Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Май 2020, 21:11

НЕФТЕКАМАЛА «ARTNEFT.FEST» УРАМ СӘНҒӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ БАШЛАНДЫ

Нефтекама ҡалаһында «ArtNeft.FEST» урам сәнғәте фистивале ашланды. Фестиваль Эстетика йылы сиктәрендә уҙа һәм өс өлөштән торасаҡ. Сара Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән аҡсалар ярҙамында алып барыла. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Арт-посольство Супернова фестивалдең ойоштороусылары булып тора.

Сараның беренсе өлөшө «Меморандум» 9 май көндө үтәсәк. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланып Мураль йүнәлешендә эшләнгән иң яҡшы эштәр ҡаланың күп фатирлы йорттары, мәктәптәр һәм сәнғәт үҙәктәре стеналарын биҙәйәсәк. Һүрәттәр ҡаланың үҙәк урамдарында, йәйәүлеләр күпләп йөрөгән маршруттар киҫелешендә урынлаштырыласаҡ.
Арт-посольство Супернова рәссамдары һүҙҙәренсә фестиваль Нефтекама ҡалаһын киләсәккә йүнәлеш алған ҡала булараҡ үҫешкән һәм үҙ үҙенсәлеген күрһәтеп йәштәрҙең ижади инициативаларын берләштерә аласаҡ.
Проект һәм авторҙарҙың эштәре менән https://vk.com/memorandum2020 төркөмөндә танышырға мөмкин.
Читайте нас