- Бында ремонт - ваҡытлыса, яңы күпер төҙөлөп бөткәнсе файҙаланыу өсөн генә. Әлеге ваҡытта яңы күперҙе проектлау эштәре тамамланған, - тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. - Яңы күпер элеккеһенә яҡын арала, бер аҙ төньяҡтараҡ урынлашасаҡ. Проект әле дәүләт экспертизаһында. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 2 миллиард һум тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн федераль йәки төбәк программаһына индерергә кәрәк. Программаға ингән осраҡта төҙөлөш быйыл уҡ башланыуы ихтимал. Эштең икенсе этабында ғәмәлдәге күпергә капиталь ремонт эштәре тора. Ағиҙел күперен реконструкциялау – муниципалитеттың беренсе сираттағы бурысы.
Әйткәндәй, Ағиҙел күпере 1980 йылда файҙаланыуға тапшырылған. 2016 йылға тиклем ул бер предприятиеның балансында булған һәм һуңынан ҡалаға тапшырылған. 2019 йылдың көҙөндә мсштаблы ремонт эштәре үткәрелһә, бөгөн унда капиталь ремонт эштәрен тамамлау талап ителә. Әлеге мәлдә күпер аша еңел һәм пассажир транспорттары өсөн реверсив хәрәкәт урынлаштырылған, йөк транспорттарына йөрөү тыйылған. Оҙаҡламай күпер аша йөрөүҙә тығындар булмаясаҡ.