Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Май 2020, 21:00

Беҙҙең ихата ҡасан ремонтланасаҡ?

Республикала хәҙер социаль селтәрҙәр аша етәкселәрҙең тура үҙҙәренә һорау яҙып, тиҙ арала яуап алыу мөмкинлеге бар. Күп осраҡта “Инцидент” системаһы ярҙам итә, ҡайһы берҙә хакимиәт вәкилдәре рәсми сәхифәләрҙәге һорау-комментарийҙарға шунда уҡ яуап бирә.

Стәрлетамаҡта “Башҡорт ихаталары” муниципаль программаһы быйыл да эшен дауам итә, йәмғеһе 11 ихата биләмәһе ремонтланасаҡ. Әлбиттә, бындай уңайлы программаның тиҙерәк үҙенә килеп етеүен һәр кем теләй. Мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми сәхифәһендә әлеге эштәр хаҡындағы яҙма аҫтында Гүзәл Әхмәтвәлиева исемле яҡташыбыҙ: “Ҡасан беҙҙең Чехов урамында урынлашҡан 6-сы йорт ихатаһына ла был программа килеп етер?” – тип борсола. Мөрәжәғәт итеүсегә торлаҡ-коммуналь хужалығ идаралығының баш инженеры Нана Майсурадзе былай тип яуап бирә: “Башҡорт ихатаһы” программаһында ҡатнашыу өсөн ихата биләмәһе бер нисә күрһәткес буйынса һайлана. Мәҫәлән, ихатала балалар өсөн уйынсыҡ майҙанына мохтажыҡ булырға тейеш, ихатала юлдың, тратуарҙың насар булыуы шарт. Бына тыш йортта йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстары булырға тейеш түгел. Күрһәткестәрҙең тулы исемлеге менән ҡала хакимиәте сайтында таныша алаһығыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең ихата ошо күрһәткестәргә эйә икән, йәмәғәт комиссияһы тарафынан һеҙҙең ихата әлеге программала ҡатнашыу хоҡуғын ала һәм Чехов урамында урынлашҡан 6-сы йорт ихатаһы ла ремонтланасаҡ”.
Быйыл булмаһа ла, Чехов урамында ла тағы бер ихата төҙөкләнер тип ышанып ҡалайыҡ.
Читайте нас