Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Июнь 2020, 14:10

Юл хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Элеватор һәм Хоҙайбирҙин урамдары киҫешкән ерҙә яңы светофорҙар ҡуйылды.

Ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән был юл сатында һул яҡ юл боролошо хәл ителәсәк. Был ошо участкала аварияларҙы кәметергә форсат бирәсәк.
- Былтыр Коммунистик урамы менән Октябрь проспекты киҫелешендә ошоға оҡшаш эш башҡарылғайны. Статистика күрһәтеүенсә, бындай саралар юл сатында авариялар һанын һиҙелерлек кәметеүгә килтерҙе, - тип билдәләй ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас