Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Июль 2020, 15:10

Савва Тетюшевҡа һәйкәл бар

Содовиктар паркында сауҙагәр Савва Тетюшевҡа һәйкәл ҡуйылды. Рәсми сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Савва Тетюшев Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалған. Императрица Екатерина II указы буйынса, ул Ашҡаҙар йылғаһында тоҙ пристане булдыра. Һуңынан ошо пристань Стәрлетамаҡ ҡалаһы булып китә.

“Был – ҡалаға нигеҙ һалыусының тәүге скульптураһы. Ярайһы уҡ әһәмиәтле ваҡиға, быға тиклем бындай һәйкәлдең булғаны юҡ ине”, - тип билдәләне ҡала етәксеһе Владимир Куликов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Ҡала көнөн билдәләгәндә Рус драма театры алдындағы Йондоҙҙар аллеяһында Савва Тетюшев хөрмәтенә тәүге йондоҙҙо асҡайнылар. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта Савва Тетюшев урамы ла бар.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас