Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Төҙөкләндереү
21 Июля 2020, 08:38

Навигация билдәләре туристарҙы иҫтәлекле урындарға, тәбиғәт һәм археология ҡомартҡыларына, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристар навигацияһы билдәләрен һәм күрһәткестәрен ҡуйыу буйынса эш алып бара.Был билдәләр, күрһәткестәр туристарҙы Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт һәм археология ҡомартҡыларына, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтәсәк. Улар федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙа ҡуйыла. Шулай итеп, быйыл 30 авгусҡа тиклем төбәктә йәмғеһе 1500 билдә ҡуйылыу планлаштырыла.

Туристик навигация билдәләре Р57581-2017 дәүләт стандарттары буйынса әҙерләнә. Билдәләрҙе, күрһәткестәрҙе эшләгәндә аҡ-һоро төҫтәр һәм айырым шрифт файҙаланылған, тап ошондай билдәләр туристик йәһәттән үҫешкән илдәрҙә ҡулланыла.
Федераль һәм төбәк тәғәйенләнешле юлдарҙа ҡуйылған билдәләрҙең исеме рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған, арауыҡ билдәләнгән. Башҡорт телендәге мәғлүмәтте объекттарҙың үҙендә ҡуйыу тәҡдим ителә.
Башҡортостанда туристик навигацияһын үҫтереү донъя туристар берҙәмлегенә яҡынайтырға тейеш. Туристик навигация билдәләре Өфөләге “Ремстройдормаш” заводында әҙерләнә. Туристик навигацияны бойомға ашырыу маҡсатында йәйәүлеләр өсөн дөйөм оҙонлоғо 300 километр булған һуҡмаҡтар маркировкалана. Бының өсөн республикала “Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы” проекты тормошҡа ашырыла.
– Туристик навигация билдәләре тәү сиратта кешеләргә кәрәкле объектҡа йүнәлеш табырға ярҙам итәсәк. Был тауҙар, күлдәр, мәмерйәләр, тәбиғәт парктары, санаторийҙар һәм отелдәр, геологик киҫелештәр, шулай уҡ музейҙар булырға мөмкин. Билдәләр тап уларға илтә. Был бик уңайлы: кешеләр нисә саҡырым ҡалғанлығын, ҡайҙа һәм нисек барып етергә кәрәклеген беләсәк, – тип белдерә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
Читайте нас