Проекттың маҡсаты – Стәрлетамаҡ биләмәһендә ҡаланың йөҙөнә тап килерҙәй, архитектура атрибуты булырҙай заманса реклама конструкциялары булдырыу. Эшҡыуар Фәрхәд Рәхмәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның реклама агентлығы командаһы тышҡы реклама һәм маркетинг коммуникациялары буйынса 15 йылдан ашыу эшләй. Агентлыҡтың клиенттары Мәскәүҙә һәм Өфөлә лә бар, улар араһында федераль брендтарҙы табырға була. Эшҡыуар район-ара база бинаһында реклама конструкцияларын ҡуйыу өсөн рөхсәт һорап мөрәжәғәт итте. Бында эске светодиод яҡтыртҡыс менән яҡтылыҡ лайтбокстары ҡулланыу планлаштырыла.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был мәсьәләне художество советында ҡала архитекторҙары менән берлектә ентекле тикшереү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары бынан тыш алдағы эшҡыуарлыҡ сәғәттәре йомғаҡтары буйынса отчет бирҙе.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.