Кисә Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары Айнур Фәйзуллин һәм «Петраком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән бергә скверҙы төҙөкләндереү барышын тикшерҙе.
Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта тротуар һалыу тамамланған, тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәре ҡоролған, Дорофеев урамы яғынан скверға яңы ҡойма ҡуйылған.
Скверҙы реконструкциялау тамамланып килә. Төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға: эскәмйәләр, урналар ултыртырға, рулонлы үлән түшәргә һәм ҡапҡа ҡуйырға ҡалған.