Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Төҙөкләндереү
28 Июля 2020, 13:29
Республикала подъездарҙы ремонтлау программаһы 20% үтәлгән
Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы 20% үтәлгән — 699 йорттағы 2185 подъездың 443-өндә, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Проектты планға ярашлы ғәмәлгә ашырыуға пандемия ҡамасауланы – март аҙағында эштәрҙе туҡтатырға тура килде, июнь башынан улар яңынан тергеҙелде. Бөтә эш 1 октябргә тамамланырға тейеш.
2021 йылға исемлектә — 776 күп фатирлы йорттағы 2112 подъезд. Коронавирус таралыуына бәйле эш күләменә төҙәтмәләр индерелгән, ләкин программаны киләһе йылдарҙа ла дауам итеү планлаштырыла, тип билдәләнеләр ведомствола.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"