Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Март 2021, 18:30

АУЫР БУЛҺА ЛА ЙЫРЫП СЫҠТЫҠ!

Ҡалала юлдар яңыра, эшһеҙҙәр артҡан, төҙөлөш йәнләнгән. Быларҙың барыһы хаҡында ла Стәрлетемаҡ мэры Владимир Куликов ҡала Советы депутаттарын уҙған йылға йомғаҡтар менән таныштырғанда һөйләп үтте. Үҙенең сығышында ҡала етәксеһе быйылға пландар менән дә уртаҡлашты. Сарала Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновацион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, хакимиәт башлығы сығышында ҡала тормошоноң бөтә яҡтары ла сағылдырылды, бюджет килеме һәм сығымы буйынса ҡыҫҡаса анализ яһалды, бюджет үтәлеше бу-йынса бөтә төп һандар ҙа яңғыраны. Бынан тыш докладсы ҡаланың сәнәғәте тирәләй хәлдәргә лә ентекле туҡталып үтте.
Шул уҡ ваҡытта ыңғай һөҙөмтәләр, уңыштар тураһында ғына телмәр яңғыраманы, етәксе сетерекле мәсьәләләр, етешһеҙлектәр һәм проблемаларҙы ла күтәреп сыҡты. Мәҫәлән, докладта транспорт, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләр барыһы ла сағылдырылды. Бигерәк тә эшһеҙҙәр һаны, үлем осраҡтары артыуы, ә тыуымдың кәмеүе уйландыра.
– Пандемия бер беҙҙең ҡалаға ғына ҡағылманы, ә бөтә донъяны ялмап алды. Был афәттең һөҙөмтәләре эҙһеҙ үтмәй һәм сир менән көрәш тә алдағы йылдарҙа ла буласаҡ. Әммә шуныһы мәғлүм: ауыр булһа ла йырып сыҡтыҡ, күп кенә планлаштырылған эштәр ваҡытында башҡарылды. Ковидүҙәк, юлдар, яңы объекттар – былар барыһы ла тормош алға бара тигәнде аңлата. Киләсәктә тормош үҙ яйына ҡайтыр һәм беҙ барыһын да төҙәтербеҙ, – тигән өмөт менән тамаланы һүҙен Владимир Иванович.
Рөстәм Хәмит улы иһә Стәрлетамаҡ-тың Башҡортостанда иғтибар үҙәгендә булған муниципалитеттарҙың береһе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте:
– Ҡала нисек үҫешә, ҡайһы юлдан бара, яңылыҡтар, һөҙөмтәләр – бы-лар барыһы ла Хөкүмәт кимәлендә кә-ңәшәләшеп сиселә торған мәсьәләләр. Шул уҡ ваҡытта: Стәрлетамаҡ күп кенә күрһәткестәр буйынса республикала өлгөлө ҡала булып тора, – тип билдәләп үтте Өфө ҡунағы һәм үҙенең һүҙен ҡала башлығына тапшырған награда менән нығытып та ҡуйҙы.
Әлбиттә, был көндө тотош ҡала ғына баһаланманы, Стәрлетамаҡ үҫешенә һәм йәшәйешенә тос өлөш индергән айырым-айырым шәхестәрҙең исем-дәре бүләкләнеү мәлендә әленән-әле яңғырап торҙо. Был йәһәттән бигерәк тә шуныһы һөйөнөслө: бүләкләнеүселәр араһында тажлы вирус менән көрәш алып барған табиптар, шәфҡәт туташтары күп ине. Хәйер, ниндәй генә һөҙөмтәләрҙе барламайыҡ, ниндәй генә пландар ҡормайыҡ, эштең осо барыбер ҙә уларға барып ялғана, уларҙың яуаплы һәм үтә лә ауыр хеҙмәтенә бәйле киләсәк. Ә был киләсәктә, докладсы әйтмешләй, барыһы ла тиҙерәк үҙ яйына ҡайтһын, ҡала ҡәҙимге юлына баҫһын ине.

Виталий ГРИГОРЬЕВ фотоһы.
Читайте нас: