Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Март 2021, 17:25

“Таҙалыҡ көндәре” тергеҙелә

Стәрлетамаҡта апрелдән “Таҙалыҡ көндәре” башлана. Ул ноябргә тиклем һәр айҙың беренсе һәм өсөнсө йома көндәрендә сәғәт 16.00-дән 18.00-гә тиклем уҙғарыласаҡ.

“Таҙалыҡ көндәре” сиктәрендә, ҡалалағы газондарҙы матурлау, гараждар, йорттар, ҡойма һәм юл буйҙарындағы үҫентеләрҙе тәртипкә килтереү, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы йыйыштырыу, территорияларҙы төҙөлөштән һуң ҡалған сүп-сарҙан таҙартыу, кәртәләрҙе йүнәтеп буяп ҡуйыу бордюрҙарҙы һәм ағастарҙы аҡлау, фасадтарҙы ремонтлау планлаштырыла. Шулай уҡ күпләп ағас үҫентеләре ултыртыу ҡаралған. Ҡала Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы ошо хаҡта хәбәр итә.
“Таҙалыҡ көндәре”ндә ҡатнашырға предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәрен дә саҡыралар. Уларға сиктәш территорияларҙы йыйыштырырға тәҡдим итәләр. Хәйер, был акцияға һәр кем йорт-ихата тирәһен ипкә килтереп, үҙ өлөшөн индерә ала. Яҙғы матурлыҡ менән ҡыш буйына йыйылған бысраҡ та килә, шуға тирә-яғыбыҙҙағы тәртип тик үҙебеҙҙән тора.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: