Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Апрель 2021, 18:40

Идарасы компаниянан артығын талап итеп булмай!

Халыҡтың хакимиәт башлығы һәм ҡала хакимиәте төркөмө сәхифәһе аша мөрәжәғәт итеүҙәрҙең иң күбе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә тура килә. Сер түгел, был өлкәлә һорауҙар ҙа йыш тыуып тора шул. Мәҫәлән, 2019 йылда 5694 мөрәжәғәт булһа, 2020 йылда 6091 булған. Ҡулдан яҙылған мөрәжәғәттәр һаны 2019 йылда – 637, 2020 йылда – 308. Әйтергә кәрәк, һорауҙар йышыраҡ идарасы компанияларға ҡағыла.

Әлбиттә, идарасы компаниялар эшмәкәрлеген тикшереүҙе БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты йә булмаһа муниципаль торлаҡ контроле уҙғара. Бынан тыш, йыш ҡына хакимиәт менән идарасы компаниялар араһында осрашыуҙар, кәңәшмәләр ҙә булып тора. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә күп фатирлы йорттар советы рәйестәре һәм ағзалары форумы үтте.
Сарала ҡала хакимиәте башлығының хужалыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә,Стәрлетамаҡта 1192 йортта күп фатирлы йорттар милекселәре мәнфәғәтен күрһәткән советтар булдырыла. Ғәмәлдә был советтар фатир хужаларының мәнфәғәтен ҡайғыртып, идарасы компанияларға дәғүә-тәҡдимдәрен еткереп торасаҡ.
Нисек кенә булмаһын, советтарҙың барлыҡҡа килеүе көнүҙәк булып тора, сөнки иҫәпләүҙәр, ремонттар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса күп ҡатлы фатирҙарҙа аңлашылмаусанлыҡтар әленән-әле тыуып тора.
– Барыһынан элек коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар буйынса иҫәпләүҙәр, күп фатирлы йорттар милкен ремонтлау, юлдарға асфальт түшәү кеүек мәсьәләләр тикшереүгә сығарыла, – тине Илдар Риф улы совет эшмәкәрлегенә асыҡлыҡ индереп.
Йорт советтары барлыҡҡа килеү тарихын, торлаҡ ҡануниәте тураһындағы үҙгәрештәр, идарасы компанияларҙың һәм милекселәрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында РФ Төҙөлөш министрлығы проект дирекцияһы аналитигы Марат Исмәғилев һөйләне. Марат Рәмил улы шулай уҡ торлаҡ коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, үҙе тыуып үҫкән Ижевск ҡалаһы миҫалында, бар нескәлектәренә төшөп, сағыштырыуҙар килтерҙе. Спикер йортто хеҙмәтләндереү өсөн милекселәр идарасы компанияларҙы яллай һәм милекселәр күпме түләүенә ҡарап, шул хаҡҡа хеҙмәтләндерә, тип билдәләне. Ғәмәлдә идарасы компаниялар – ул, торлаҡ милекселәре ширҡәте кеүек үк, баҙар иҡтисады шарттарында эшләүсе коммерция структуралары.
– Дөйөм йорт милкен ҡарау үҙ эсенә идара итеү һәм хеҙмәтләндереүҙе ала. Күп фатирлы йорттар килешеүендә нәмәләр ҡаралған, идарасы компаниялар шуны эшләй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Рәмил улы. Тимәк, килешеүҙә ҡаралмағанды, артығын талап итеп тә булмай. Хәйер, тейешен эшләп еткерһәләр ҙә, бик хуш!
Форум барышында күп фатирлы йорттар рәйестәре спикерға үҙҙәрен һәм күп фатирлы йорттар советы ағзаларын борсоған һорауҙар яуҙырҙы. Был – идарасы компанияларҙың эшенең асыҡ булмауы, фәҡәт торлаҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән аҡсаның ҡайһы өлөшө туранан-тура йортто ҡарауға китә – шул милекселәргә аңлашылмауы. Шулай уҡ йылылыҡ өсөн артыҡ түләүҙәр тураһында ла һүҙ булды.
Форум хәҙер ай һайын уҙғарыласаҡ, йорт буйынса яуаплы кешеләргә (старшийҙарға) унда ҡатнашырға мөмкинселек буласаҡ. Һеҙ шулай уҡ форум сиктәрендәге һорауҙарығыҙҙы торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығының [email protected]почтаһына ебәрә алаһығыҙ.
Р.САФИНА.
Читайте нас: