Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Апрель 2021, 11:28

ҺҮТЕЛГӘН ЙОРТ УРЫНЫНА БАЛАЛАР ПОЛИКЛИНИКАҺЫ

Свердлов, Нахимов, Геологик һәм Николаев урамдары сиктәрендә яңы балалар поликлиникаһы төҙөү планлаштырыла. Яңы бина 2023-2024 йылдарҙан һуң барлыҡҡа киләсәк.

Яңы поликлиника был урамдар биләмәһендә алып ташланған авария хәлендәге йорттар урындарында төҙөләсәк. Әлеге мәлдә балалар дауаханаһын төҙөү өсөн план һәм межа һыҙыу проекты әҙерләнгән. Проект өҫтөндә эш дауам итә, уны тағы ла закон талаптарына яуап биреү буйынса тикшереп, артабан йәмәғәт тыңлауҙары аша раҫлаясаҡтар. Әгәр ҙә проект уңышлы тип танылһа һәм финанстар мәсьәләһе хәл ителһә төҙөлөш башланасаҡ. Ҡағыҙ юллауҙар бер йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин, шуға ла төҙөлөш 2023-2024 йылдарҙан һуңыраҡ башланыр тигән фараз бар.
Төҙөлөштәр яҡшы, тик был урындарға йөрөү өсөн транспорт мәсьәләһе лә актуаль булып тора. Был йәһәттән, йәмәғәт транспорты маршруттарын көйләргә тура килер моғайын.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә Стәрлетамаҡта Ҡаранай Моратов урамында ике ай эсендә инфекция ауырыуҙарын дауалау үҙәге төҙөлөп сыҡты. Шулай уҡ, 23-сө мәктәп ҡаршыһында Төҙөүселәр урамында тағы бер поликлиника төҙөр өсөн ер майҙансығы билдәләнгән.
Читайте нас: