Стәрлетамаҡта былтыр төҙөкләндерелгән «Салауат» кинотеатры артындағы скверҙа ҡойманың йөҙләү таштары аҡтарылып сыҡҡан. Улар, фотоға төшөрөлөп, ҡаланың социаль селтәрҙәренә ҡуйылды. Ҡала хакимиәте башлығының хужалыҡ буйынса урынбаҫары Илдар Ғарифуллин был хәлгә аңлатма бирҙе.
«Үкенескә ҡаршы, ҡоймалағы йөҙләү таштарының сифаты бик яҡшынан түгел. Ғинуар-февраль айҙарында подрядсы ойошмаға дәғүә белдереп, акт төҙөп ебәргәйнек. Ойошма, көндәр матурланыу менән ошо эштәрҙең ҡайтанан башҡарыласағы тураһында, беҙгә яҙма рәүештә гарантия бирҙе», - тип аңлатты Илдар Ғарифуллин.
«Беҙ ҡар күп ваҡытта был ойошманы саҡырып, территория буйлап бергәләп ҡарап сығып, акт төҙөнөк. Ҡойма таштарынан башҡа дәғүәләр ҙә бар. Һауа температураһы бер сама торғанда яңынан төҙәтергә мөмкин буласаҡ, беҙҙең ҡәтғи күҙәтеү аҫтында компания барыһын да төҙәтер. Бының өсөн бюджеттан өҫтәмә аҡса түләнмәйәсәк. Ундай хәлдәр ҙә булғылай, әлбиттә. Эштең барлыҡ этаптарын да ныҡлы контролдә тоторбоҙ», - тине Илдар Ғарифуллин.