Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Апрель 2021, 15:43

КҮП ФАТИРЛЫ ЙОРТ СОВЕТЫНЫҢ ХОҠУҠ СТАТУСЫ БАР

Күп фатирлы йорт советы йортта йәшәүселәрҙең хоҡуғын яҡлаусы орган булып тора. РФ Торлаҡ Кодексы 161.1 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы торлаҡ майҙандары хужалары ҡарары буйынса йорт советы һайлап алыныуы мөмкин.

Совет идара итеүсе компания башҡарған эштәр һәм хеҙмәтләндереү тураһындағы мәғлүмәтте йортта йәшәүселәргә еткереп торорға тейешле. Шулай уҡ күп фатилы йортта йәүәш шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр менән сығырға тейеш.
Әлеге мәлдә ҡала хакимиәте күп фатилы йорттар советтарының исемлектәрен яңырта. Яңыртылған исемлек күп фатирлы йорт рәйестәренә ҡала биләмәһендә «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу», «Башҡорт ихаталары», «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау», «Управдом» форумы кеүек программалар һәм саралар тураһында ваҡытында хәбәр итергә, аңлатырға ярҙам итәсәк.
Совет тураһындағы мәғлүмәтты яңыртыу өсөн ошондай мәғлүмәт тапшырырға кәрәк:
- йорттоң адресы
- Күп фатирлы йорт советы рәйесенең исем фамилияһы
- телефон (булһа электрон почта адресы)
Мәғлүмәтте Торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһына [email protected] электрон адресы аша һәм 25-55-70 телефоны аша хәбәр итә алаһығыҙ.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһы.
Читайте нас: