Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Апрель 2021, 16:55

«Йәшел Башҡортостан» старт ала

24 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана. Стәрлетамаҡта йәмәғәтселек территорияларында, аллеяларҙа, парктарҙа, күп фатирлы йорттар янында ағас үҫентеләре һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.

Фурманов урамындағы 18-се йорт эргәһендә 24 ҡайын һәм шул тиклем үк миләш ултыртыласаҡ. Ленин проспектында 45 төп алмағас, К.Либкнехт урамындағы мәктәп аллеяһында 20 пирамидаль тополь, төҙөүселәр урамында «Сити-Молл» сауҙа үҙәге янында 70 төп миләш һәм 70 пирамидаль тополь ағасы ултыртыу ҡаралған. Йорт яны территорияяларында 5 меңдән ашыу ағас һәм 5,5 мең тирәһе ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла.
Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса Р.ЗАМАНОВА
Читайте нас: