Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Апрель 2021, 13:30

Ағас ултыртыу өмәһенә саҡырабыҙ!

24 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы була. Стәрлетамаҡтың йәмәғәт биләмәләрендә, аллеяларҙа, парктарҙа, күп фатирлы йорттар янында ағас үҫентеләре һәм ҡыуаҡтар ултыртыу ойошторола. Өмә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

"Фурманов урамындағы 18-се йорт менән йәнәшәлә 24 ҡайын үҫентеһе һәм шул хәтлем үк миләш ултыртыу планлаштырыла. Ленин проспектында 45 төп алмағас, К.Либкнехт урамындағы мәктәп аллеяһында 20 пирамидаль тирәк, Төҙөлөш урамындағы «Сити-Молл» сауҙа үҙәге янында 70 төп миләш һәм 70 төп пирамидаль тирәк ултыртыу күҙ уңында тотола. Йорт яны биләмәләрендә 5 меңдән ашыу ағас һәм 5,5 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртыласаҡ", - тип хәбәр итә ҡаланың Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы.
Ағас ултыртыу өмәһендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Үрҙә атап үткән биләмәләрҙә ағас ултыртыу өсөн тейешле ҡорамалдар биреләсәк.
Акция уҙғарыуға бәйле һорауҙар менән Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығына шылтыратырға мөмкин. Тел.: 25-32-00, 25-55-49.
Читайте нас: