Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Март 2022, 09:43

ҠАЛА БАШЛЫҒЫ – ТУРА ЭФИРҘА

Рөстәм Ғәзизов һәм Сергей Бойков йыл йомғаҡтарын барланы Ошо көндәрҙә ҡала Советының 22-се ултырышы булды. Унда Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ ҡаланың предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары етәкселәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

ҠАЛА БАШЛЫҒЫ – ТУРА ЭФИРҘА
ҠАЛА БАШЛЫҒЫ – ТУРА ЭФИРҘА

 Ултырышты ҡала округы Советы рәйесе Сергей Бойков уҙғарҙы. Совет ултырышы беренсе тапҡыр тура эфир аша барҙы. Депутаттар алдында ҡала хакимиәтенең 2021 йылға эш йомғаҡтарына отчёт һәм ағымдағы йылға пландар менән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов сығыш яһаны. Пандемияға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ VI Бөтә Донъя Фольклориадаһы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, Сауҙәгәр 2.0 эшҡыуарлыҡ фестивале, Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы һәм башҡа бихисап масштаблы сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарыуға өлгәште, тине ул.

– Ҡалабыҙ 8 милли проектта ҡатнашты, шул арҡала юлдар һалынды, балалар баҡсалары төҙөлдө, йәмәғәт урындары төҙөкләндерелде, мәғариф һәм спорт өлкәһендәге мәсьәләләр хәл ителде. Беҙ Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса йөҙ балл йыйыусылар һаны буйынса республикала иң-иң булған өсәү иҫәбенә индек. Ҡала ҡаҙнаһы аҡсаһына байтаҡ проекттар тормошҡа ашырылды – юлдарҙағы соҡорҙарҙы тигеҙләү, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе йүнәтеү, квартал эсендәге юлдарҙы матурлау, яңы ГТО үҙәгенә ҡорамалдар алыу, балалар баҡсаларын төҙөкләндереү эштәрен ҡала үҙ иңенә алды, – тип барлап китте Рәстәм Фәрит улы.

 2021 йылда, ҡала етәксеһе билдәләгәнсә, пандемия ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, байтаҡ эштәр башҡарылған. Шул иҫәптән арабыҙҙан иртә иткән элекке хакимиәт башлығы Владимир Куликов башланғысы менән дә. Мәҫәлән, Шәфиев урамы буйлап Эстәрле яр буйы төҙөкләндерелде, быйыл был эштәр артабан дауам итәсәк. Рөстәм Фәрит улының һүҙҙәренсә, былтыр пандемияға бәйле көрсөк арҡаһында подъездарҙы комплекслы ремонтлауға аҡса бүленмәгән булһа, быйыл Стәрлетамаҡта 33 күп фатирлы йортта 121 подъезға ремонт яһаласаҡ, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 5 ихата төҙөкләндереләсәк (2021 йылда 2 ихата төҙөкләндерелде), урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса 2022 йылда 43 млн һумдан ашыу аҡсаға 37 проект тормошҡа ашырыласаҡ (2021йылда – 9 ине). Үткән йыл декабрҙә элекке “Берёзка” профилакторийы 1-се гимназияға өҫтәлмә корпус булараҡ ҡушылып, реконструкцияланасаҡ, шулай уҡ тағы ла 450 урынлыҡ ике балалар баҡсаһын проектлау башланды (2021 йылда 440 урынлыҡ 3 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды).

 – Беҙҙең команда үҙенең алдына ҡалабыҙ үҫешенә яңы импульс бирерҙәй сәмле (амбициялы) бурыстар ҡуя, – тип баҫым яһаны Рөстәм Фәрит улы һәм быйыл хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе билдәләне. Был, тәү сиратта, торлаҡ төҙөү һәм социаль инфраструктура темптарын үҫтереү, ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүҙә юғары кимәлгә етергә, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу.

Ҡала округы Советы рәйесе Сергей Бойков 2021 йылға төп эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләгәндә Советтың башҡарма власть менән ҡала халҡын бәйләүсе звено булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сергей Валерьевич бойомға ашырылған депутат башланғыстары, Совет комиссиялары эше һәм депутаттарҙың һайлаусылар менән эше тураһында һөйләне.

 – Былтыр депутаттарға яҙма рәүештә, телдән һәм социаль селтәрҙәр аша 272 кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың һәммәһе лә иғтибар үҙәгендә, ҡайһыларына яуап шунда уҡ бирелһә, ҡайһы бер проблемаларҙы сисер өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк, – тине Совет рәйесе.

Контроль-иҫәп палатаһының үткән йылғы эшмәкәрлеге тураһында уның урындағы рәйесе Лев Сафронов бәйән итте. Ул төп контроль сараларын һәм тәртип боҙоу һөҙөмтәһендә асыҡланған тикшереүҙәрҙе билдәләне.

Совет ултырышы аҙағында тантаналы рәүештә дәүләт наградалары тапшырылды.

 Роза САФИНА.

 Григорий МЕЛЬНИКОВ фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: