Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Апрель 2022, 16:28

БЕРГӘЛӘП ҠАЛАБЫҘҘЫ ТАҘАРТАЙЫҠ

Яҙғы өмөләр бөтәбеҙгә лә таныш, иремәй ятҡан ҡар өйөмдәрен ырғытыу, ҡарҙан асылған урындарҙы тырматып, һепер алабыҙ йыл да. Быйыл иһә төҙөкләндереү һәм санитар таҙартыу айлығы 4 апрелдән башланып 8 майға тиклем дауам итәсәк. Ә ҙур өмәләр 9 һәм 23 апрель уҙасаҡ.

БЕРГӘЛӘП ҠАЛАБЫҘҘЫ ТАҘАРТАЙЫҠ
БЕРГӘЛӘП ҠАЛАБЫҘҘЫ ТАҘАРТАЙЫҠ

Ҡала предприятиелары һәм ойошмалары үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙә көҙҙән тороп ҡалған япраҡтарҙы, башҡа сүп-сарҙы йыйып, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы тәртипкә килтерәсәк. Кәртәләрҙе буяу, ағас олондарын, бардюрҙарҙы ағартыу, йәйәүлеләр юлдарын һепереү эштәрен башҡарасаҡ. Биналарҙың тышҡы өлөшөн йыуыу, яҡын тирәләге балалар һәм спорт майҙансыҡтарын таҙартасаҡ.

Өмәгә үҙең йәшәгән өй алдына, йәмәғәт урындарына ла сығырға була. Мәҫәлән, 9 апрель 9:00 сәғәттә бер юлы өс урында: «Сода» паркы, «Салауат» кинотеатры һәм Хоҙайбирҙин урамы, 91-се йорт тәңгәлендәге аллеяла дөйөм ҡала өмәләре үтәсәк. Был урындарҙа һепертке, көрәк, тырма кеүек эш өсөн кәрәкле әйберҙәр ҙә бирәсәктәр.

Йыйылған ҡалдыҡтарҙы «Мөхит-СТР», «БашЭко» ойошмалары ҡабул итәсәк. Шулай уҡ шәхси йорттар эргәләрендә йыйылған сүп-сарҙы 4 апрель һәм 8 май арауығында сығарыласаҡ. Унда йәшәүсе халыҡты өмәлә йыйылған ҡалдыҡтарҙы тоҡтарға тултырып ҡуйырға саҡыралар.

Шулай ҙа карауат, диван, тәҙрә кеүек ҙур әйберҙәр өмәлә йыйылған ҡалдыҡтар рәтендә тормай, уларҙы «Эко-Сити» төбәк операторы алып китергә тейеш

БЕРГӘЛӘП ҠАЛАБЫҘҘЫ ТАҘАРТАЙЫҠ
БЕРГӘЛӘП ҠАЛАБЫҘҘЫ ТАҘАРТАЙЫҠ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: