Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Октябрь 2022, 12:25

«Аҡыллы» спорт майҙансығы беҙҙә лә буласаҡ…

       Стәрлетамаҡтың 33-сө мәктәбендә «аҡыллы» спорт майҙансығын монтажлау буйынса эштәр дауам итә.  Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Рөстәм Ғәзизов бәйән итте.

       Билдәле булыуынса, майҙансыҡ «Бизнес-спринт» федераль проекты буйынса төҙөлә.  Уға хоккей майҙаны,  баскетбол һәм волейбол уйындары өсөн майҙансыҡтар, теннис өҫтәле, йүгереү юлы һәм воркаут зонаһы инә. Тренажер һәм спорт кәрәк-яраҡтары менән  махсус QR-кодтар ҙа урынлаштырыласаҡ. Бында килеүселәр уларҙы смартфон ярҙамында сканирлай  һәм  аңлатмалы видеодәрестәр сайтына күсә аласаҡ. Әлеге ваҡытта өлкәндәр һәм балалар воркауты зонаһы өсөн махсус япма һалына. Спорт майҙансығының майҙаны 4922 кв.м. тәшкил итәсәк.

«Уның буласаҡ спорт еңеүҙәре һәм рекордтары өсөн бынамын тигән старт булырына ышанам» - тип белдерҙе Рөстәм Фәрит улы.  Уның һүҙҙәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: социаль селтәрҙән алынды.

 

«Аҡыллы» спорт майҙансығы беҙҙә лә буласаҡ…
«Аҡыллы» спорт майҙансығы беҙҙә лә буласаҡ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: