Йортоң матур, хәүефһеҙ һәм төҙөк булыуы унда йәшәүсе халыҡтың мөнәсәббәтенән тора. Үҙ дәғүәңде ваҡытында белдергәндә күп фатирлы йорт менән идара итеүселәр ҙә яуаплы ҡарай, эште ваҡытында һәм сифатлы итеп үтәп ҡуя. Ә күптәр бит үҙ йорто алдында ниндәй эштәр башҡарылғаны тураһында ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ. Ә тырышһаң күпте эшләргә була. Мәҫәлән, хәүефһеҙ йорт номинацияһында ҡатнашыусылар, ихата алдын, спорт һәм балалар майҙансығын күҙәтеү өсөн видео ҡоролмалар һатып алып ҡуйҙырған.
Камералар вандалдар менән, фатирҙар буйлап йөрөп өлкәндәрҙе алдаштырып йөрөүсе мутлашыусылар менән дә көрәшергә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, ихата алдында ултырған машинаны яндырырға теләүсене лә ошо камералар аша яҙылған видео яҙма аша таба алғандар. Ә ҡайһы бер йорт алдарында һәр ваҡыт автомобилдәр үтеп йөрөгән булған, шлагбаум ҡуйҙырып, был бәләнән дә ҡотолоусылар бар, хәҙер балалар үҙ подъездынан ҡурҡмайынса сыға ала. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, күп фатирлы йорт булғас төрлө кешеләр йәшәй, араларында машиналарын мөмкинселек булһа подъезд эсенә үк үтеп инерҙәйҙәре лә бар. Улар подъезд алдын ҡапламаһын өсөн “сфера”лар һатып алып һалына.
Энерго эффектив йортар номинацияһында ҡатнашыусыларҙы ла ҡарап сыҡтыҡ, улар иһә йылылыҡ, электр энергияһын дөрөҫ ҡулланыу, һыу һәм башҡа рестурстарҙы артыҡ сарыф итмәй ҡулланыу ысулдары буйына ярыша. Йәғни иҫәпләгестәр ҡуйылған булырға тейеш, диодлы яҡтыртҡыс приборҙары ҡулланыла, улар автомат рәүештә һүнеп тоҡана. Йорттарҙа йылы һаҡланһын өсөн, тыш яҡтан йылытылған булырға тейеш.
Йорт эргәһендә спорт һәм балалар майҙансыҡтарының торошо, үҫентеләр, сәскәләр, ағастарҙы тәрбиләүгә лә иғтибар итте комиссия ағзалары. Шулай уҡ подъездарҙың төҙөклөгө, электр сымдарҙың ҡаплы, счетчиктарҙың, ҡыйыҡ башына һәм подволдарҙын ишектәре бикле булыуы ла тикшерелде. Конкурстарҙа ҡатнашыусы йорттар ысынлап та әүҙем, улар төрлө конкурстарҙа, программаларҙа әүҙем ҡатанаша, өмәләрҙән дә ситтә ҡалмай, торлаҡ коммунал хужалығына түләүҙәр буйынса бурыстарға ла батмай. Йорттарын тыш яҡтан йылытыу һәм биҙәү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу, юлдар, парковкалар һалдырыу, лифттар алмаштырыу, подъездарҙа ремонт яһатыу кеүек эштәрҙе бергәләп хәл итеп ҡуйғандар. Бының менән генә туҡталмай улар, йәшәгән урындарын тағы ла төҙөкләндерергә планлаштыралар. Уларға уңыштар теләп ҡалайыҡ, һәр ваҡыт өлгө булып торһондар. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең йортоғоҙ ҙа ошо номинацияларға тап килә икән киләһе йылда үтәсәк конкурста мотлаҡ ҡанашығыҙ, һеҙҙең тәжрибәгеҙ менән дә танышып үтербеҙ!