Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Апрель 2023, 17:00

КӨНДӘРҘЕҢ АЯҘ БУЛЫУЫ ЭШТЕ ЫРАМЛЫ ИТӘ…

Стәрлетамаҡтың Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре юл кибеү менән ең һыҙғанып юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямарға тотондо.

Идаралыҡтың 2-се участка мастеры Азиз Магомедов һүҙҙәренә ҡарағанда, Артем урамында тулыһынса эштәр тамамланған. Юрматы урамында “Стәрлетамаҡ-Арена”ға тиклем юл төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ Лев Толстой урамында, “Сити Молл” сауҙа үҙәге янында (быға тиклем проблема булған участоктарҙа)  соҡорҙар машиналарға ҡурҡыныс тыуҙырмай. Дуҫлыҡ урамы соҡорҙары тулыһынса ямалған. Әлеге ваҡытта Имай Насыри урамында эштәр тамаланыуға бара.

– Көндәр ошолай матур торһа, Пролетар, Яңы урамдарын да оҙаҡҡҡа һуҙмай тамамларбыҙ, – ти Азиз Иҙрис улы.

Әйткәндәй, учреждение етәкселегенең эштәрҙе ырамлы алып барыу ғына түгел, аҡыллы кадрҙар сәйәсәте төҙөкләндереү эштәренә йәштәрҙе ылыҡтырыуы ла иғтибарҙы йүнәлтә. Һеҙ фотола күргән был егеттәр эштәрен дә еренә еткереп башҡара, эш хаҡтарын да мул ала тиергә була. Эштәре ауыр булһа ла, кәйефтәре көр булыуы күренеп тора. Ҡалабыҙҙың автомобиль юлдарын төҙөкләндергәндә уларҙың  ваҡыт менән дә иҫәпләшмәүҙәре – үҙе үк маҡтауға лайыҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

КӨНДӘРҘЕҢ АЯҘ БУЛЫУЫ ЭШТЕ ЫРАМЛЫ ИТӘ…
КӨНДӘРҘЕҢ АЯҘ БУЛЫУЫ ЭШТЕ ЫРАМЛЫ ИТӘ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: