Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Май 2023, 17:15

АСФАЛЬТ ҠЫШ “УЙНАЙ” БАШЛАЙ

АСФАЛЬТ ҠЫШ “УЙНАЙ” БАШЛАЙ
АСФАЛЬТ ҠЫШ “УЙНАЙ” БАШЛАЙ

Автомобилдә йыш йөрөүселәр юлдарҙағы һәр соҡорҙо ятлап бөтә, ғәҙәттә уларҙы урап үтергә тырышалар. Сазонов урамындағы соҡорҙар ҙа бер-бер артлы теҙелеп киткән ине, әммә хәҙер водителдәргә күнеккән күренешен оноторға тура килер инде – был соҡорҙар ҙа ямалды. Бында булған соҡорҙар тураһында шулай онотоп та ҡуябыҙ, элек тә шулай булған кеүек рәхәтләнеп йөрөйбеҙ. Бындай күренеш бөтә ҡаланы ялмап алыр яйлап.

– Күреп тораһығыҙмы, был соҡорҙар канализация люктары эргәһендә барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттә бында ҡыш айҙарында асфальт йылыраҡ була, ҡапыл һыуытып температура үҙгәреү менән уның сифаты насарая һәм күҙгә күренмәгән ярыҡтар барлыҡҡа килә. Был ярыҡтарға һыу инә,  һуңынан, туңдырғас, һауыт эсендә туңған боҙ кеүек шартлатып ярып соҡорҙо тағы ла ҙурайта, – тине Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығының юл эшселәре бригадаһы мастеры Азиз Магамедов.

Ысынлап та, юлдарға ҡараһаң ҡайһы бер өлөштәре тип тигеҙ, ә ҡайһы бер урындарҙа соҡор соҡор өҫтәндә ята тейерлек. Ҡалабыҙҙа соҡорҙарҙы ямау эштәре 3 мартта уҡ башланғайны. Ошо көндәрҙә әлеге бригада Ноғоманов, Республика, Инициатива, 7 Ноябрь урамдарында соҡорҙарҙы ямаған. Киләһе аҙнала Щербаков, Хоҙайбирҙин урамдары, Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендәге юлдарҙа ла соҡорҙар ямаласаҡ. Баҡсасыларға ямғыр кәрәк булһа, юл ремонтлаусыларға ҡоро көндәр тороуы мөһим, шул саҡта һалынған ямау оҙаҡ хеҙмәт итәсәк.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: