Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Август 2023, 13:28

Һәр сәскәнең үҙ урыны бар

Бәхет һәм матурлыҡ тыныслыҡты ярата, тиҙәр. Ошо һүҙҙәргә раҫ килгәндәй, ҡалабыҙ урамдары ҡулсалары ла, парктар ҙа май айҙарынан башлап сәскәләргә күмелә. Август айҙарында, ошо ваҡыт эсендә сәскәләр эргәһендә бал ҡорттары кеүек эшләп йөрөгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт- төҙөлөш идаралығы эшселәренең эш һөҙөмтәһен күрәбеҙ ҙә инде. Әлеге мәлдә сәскәләрҙең сағыу төҫтәргә инеп, балланып торған сағы.

Кемдәр сәскәләр үҫтерергә ярата – был хеҙмәттең ҡәҙерен белә лә инде. Ғөмүмән алғанда, был эш төрө менән еңел ҡуллылар ғына шөғөлләнә ала, тигән инаныу бар. Йәнәһе лә кемдең өйөндә тыныслыҡ һәм ыңғай энергетика урынлашҡан – гөлдәре лә шаулап үҫеп сәскә атып ултыра. Ә бына тотош ҡала буйынса 200 меңдән ашыу сәскәләрҙе үҫтереп сығарыу өсөн ни саҡлы ҡул йылыһы кәрәк икән? Был һорау менән беҙ тап ошо сәскәләр менән булышып йөрөгән апайҙарҙан һораныҡ. Көнкүреш йорто алдындағы майҙансыҡта Наталья Егорова (һүрәттә) эшләп йөрөй ине.
– Ҡаланы сәскәләр менән биҙәүҙә һуңғы йылдарҙа беҙ, алыштырғыһыҙ дүрт кеше шөғөлләнәбеҙ. Минең коллегаларым Любовь Брусенкова, мәҫәлән, әле Жуков паркында, Екатерина Серегина ҡала хакимиәте алдында, Наталья Васильева Еңеү паркы эргәһендәге ҡулсала эшләйҙәр. Бөгөн беҙ ҡыҙҙар менән сәскәләрҙе утайбыҙ, үҫеп етмәгәндәрен яңынан күсереп ултыртабыҙ, уларға һыу һибәбеҙ, – тип аңлатты сәскәләр менән эш итеү оҫтаһы. Ҡалала сәскәләрҙе ултыртыу 1 майҙан уҡ башлана, уға тиклем майҙандарҙы әҙерләү, түтәлдәрҙе әҙерләү эштәре башҡарыла. Сәскә ултыртыусылар шулай уҡ апрель аҙаҡтарында ҡыуаҡтар һәм ағастарҙы ла ултыртыуҙа ҡатнаша, бында күбеһенсә йүкә, ҡарағай ағастары ултыртыла. Ә сәскәләргә килгәндә, петуния, бәрхәт сәскәләренә өҫтөнлөк бирелә, улар инде рассадаларҙан күсерелеп ултыртыла. Сәскә ултыртыу ситтән ҡарап торғанда ғына ябай эш кеүек, ултыртаһың да, рәхәтләнеп һыу һибәһең, матурлығына һоҡланаһың, күршеңә лә күрһәтеп маҡтанаһың. Ҙур күләмдә, әйтәйек, ҡала масштабында ултыртҡанда һыу һибеү күпме ваҡыт талап итә...
– Сәскәләрҙе нисек ултыртыуҙы үҙебеҙ уйлап тапмайбыҙ, ҡала дизайны, графикаһы, төҫтәр бер-береһенә тура килеүен иҫтә тотолған план буйынса ултыртабыҙ, унан тайпылырға ярамай, талап ителгән рәттәрҙең һанына тиклем барыһы ла билдәләнгән. Матур үҫеп сыҡҡан сәскәләрҙе йолҡоп алып китеүселәр, тапап һындырыусылар ҙа табыла. Бына ошондай осраҡта был дизайн боҙола, беҙгә яңынан ултыртырға тура килә. Ғөмүмән алғанда, сәскәләр матур үҫһен өсөн ерҙе ашламалар менән туҡландырырға, бер нисә ҡат утап, ваҡытында һыу һибеп торорға кәрәк. Ҡыҙыу көндәрҙә һыу һибеү тыйыла, шуға ла беҙ сәскәләргә һыу һибеүҙе көн кискә ауышҡас, сәғәт дүрттәр тирәһендә башлайбыҙ, былай иткәндә төшкә тиклем сәскә төптәрендә һыу һаҡланып ята әле, – тип эш барышы менән дә таныштырып үтте сәскә үҫтереүсе, йәшелләндереүсе Наталья Трифоновна.

Ҡала халҡының да төрлөһө бар – үҙҙәре лә подъезд алдарын гөл-сәскәгә күмеп ҡаланы матурлай, йәмәғәт урындарында сәскәләр, ағастар ултыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерә. Шулай, күмәкләп тотонғанда ҡалабыҙ һәр саҡ күҙҙең яуын алып, сәскәләргә күмелеп балҡып торор.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: