Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Июль , 10:15

СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАР БАҠСАЛАРЫНДА АСФАЛЬТ ҺАЛЫНА

СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАР БАҠСАЛАРЫНДА АСФАЛЬТ ҺАЛЫНА
СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАР БАҠСАЛАРЫНДА АСФАЛЬТ ҺАЛЫНА

Ҡалабыҙҙа балалар баҡсалары биләмәләрендә төҙөкләндереү муниципаль проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, был проект ҡаланың барлыҡ балалар баҡсалары биләмәләрендә асфальт түшәүҙе лә, төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота.

 Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов хәбәр итеүенсә, был миҙгелдә 81-се һәм 82-се балалар баҡсаларында эштәр тамамланған. Ә 78-се балалар баҡсаһында эштәрҙең ҡыҙған мәле. Бында бордюр таштары ҡуйыу, ваҡ таш түшәү буйынса эштәр башҡарыла, күләгәле япмалар майҙансығына асфальт түшәлгән. Төҙөүселәр бының менән генә туҡтамай, тиҙҙән 41-се балалар баҡсаһы биләмәһендә лә төҙөкләндереү эштәрен башлаясаҡ.

«Балалар баҡсаһында төҙөкләндеерү эштәрен өсөнсө йыл башҡарабыҙ. Беҙҙең балалар баҡсалары тарихы тиҫтәләгән йылдар менән үлсәнә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы был учреждение биләмәләрендәге асфальт күптән яңыртылмаған. Был мәсьәлә төҙөклөк һәм балаларҙың хәүефһеҙлегенә туранан тура ҡағыла», - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: