Был республикала «Бизнес-спринт (мин спортты һайлайым)»федераль дәүләт-шәхси партнерлыҡ программаһы сиктәрендә төҙөлгән алтынсы объект. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эштәр август башында башланды. Объектты 2026 йылдың декабрендә тапшырыу көтөлә. «Алға» Физкультура-һауыҡтырыу комплексына 25 метрлыҡ бассейн, тренажер залы, теннис корты, көрәш, волейбол, мини-футбол менән шөғөлләнеү залдары һәм мунса-һауыҡтырыу блогы инә.
Р.ҒӘЛИМОВА