Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Төҙөкләндереү
23 Июля , 05:50

ҠАЛА ҮҪЕШЕ БУЙЫНСА ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫП…

Кисә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары –х акимиәттең финанс идаралығы начальнигы Гөлшат Йыһаншина социаль фондтың (пенсия фонды), күп функциялы үҙәк бүлексәләренең, һалым хеҙмәтенең, банк өлкәһенең һәм ҡала хакимиәтенең финанс отчеты үҙәгенең хеҙмәт коллективтары менән осрашты.

ҠАЛА ҮҪЕШЕ БУЙЫНСА ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫП…ҠАЛА ҮҪЕШЕ БУЙЫНСА ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫП…
ҠАЛА ҮҪЕШЕ БУЙЫНСА ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫП…

Гөлшат Рөстәм ҡыҙы коллективтарҙы ҡала үҫеше буйынса пландар һәм проекттар менән таныштырҙы. Ул төҙөлөп ятҡан объекттар хаҡында һөйләне, уларҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын билдәләне, ҡаланың социаль учреждениеларын ремонтлау буйынса пландар, биләмәне төҙөкләндереү хаҡында һөйләне. Хеҙмәт коллективтары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, улар йорт яны биләмәләрен һәм тотош Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен төҙөкләндереүгә ҡағылды. Бөтә һорауҙар буйынса аңлатмалар бирелде.

Фотолар: ҡала хакимиәтенең матбуғат бүлегенән алынды.

ҠАЛА ҮҪЕШЕ БУЙЫНСА ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫП…
ҠАЛА ҮҪЕШЕ БУЙЫНСА ПРОЕКТТАРҘЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫП…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас