Уның эшмәкәрлеге Башҡортостан ҡа-лалары һәм райондары буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының бөтә территориаль органдарында ла ойошторолған. Система граждандарға эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының хоҡуҡи эш өлкәһенә ҡараған хеҙмәткәрҙәре тарафынан аңлатма биреү өсөн тәғәйенләнгән.
Граждандарҙың хоҡуҡи белемлелеге менән идараның хоҡуҡи подразделение хеҙмәткәре шөғөлләнәсәк. Улар норма-ижади эшмәкәрлек, хоҡуҡи контроль, суд-дәғүә эше, мәғлүмәти-хоҡуҡи эшмәкәрлек, эске эштәрҙең ойоштороу-хоҡуҡи эше мәсьәләләре буйынса консультация бирәсәк.