Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тура бәйләнеш
18 Декабрь 2018, 17:49

Депутаттан яуап алдыҡ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡала Советы депутаты Әлфиә ӘСФӘНДИӘРОВА “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһында “тура бәйләнеш” үткәргәйне. Сара барышында һорауҙар бихисап булды, уларҙың ҡайһы береһенә депутат урында уҡ яуап бирҙе, ҡайһы мөрәжәғәттәрҙе аныҡлар өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителде. Шулай итеп, беҙ “тура бәйләнеш”тән һуң килгән ҡайһы бер яуаптарға туҡталып китергә булдыҡ.

Ғ. Баязитованың “Коммунистик урамы”, “Автовокзал” туҡталыштарында па-вильондар һәм эскәмйәләр урынлаштырыу буйынса һорауы артабанғы яуаплы булды: “Әлеге ваҡытта туҡталыш павильонына реклама конструкцияларын ҡуйыуҙы башҡарыусы ойошма билдәләнде. Был конкурс сиктәрендә 2018 йылда 10 павильон урынлаштырыу планлаштырыла: Коммунистик урамы, “Элемтә йорто” (көнсығыш һәм көнбайыш яғы) һәм “4-се йорт идараралығы” (көнсығыш яғы); Хоҙайбирҙин урамы, “60-сы лицей” (төньяҡ яғы), “Радио йорто” (төньяҡ яғы); Кочетов урамы, “Депо-1” (көнбайыш яғы); Ленин проспекты, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы” (көньяҡ яғы); Артем урамы, “Артем” ( көнбайыш яғы) һәм “Ҡояшлы” биҫтәһе (көньяҡ районы). Эштәр ағымдағы йылдың аҙағына тиклем тамамланасаҡ”.
Мәктәпкәсә балалар учреждениеһында туҡланыу өсөн түләү тәртибе тураһында һораған күп балалы әсәгә ҡала мәғариф бүлегенән яуап килде: “БР Хөкүмәтенең “БР биләмәләрендә булған мәктәпкәсә белем биреү программаһын тормошҡа ашырған белем биреү ойошмаларына йөрөгән балаларға тәрбиә биреү һәм уҡытыуға матди ярҙам күрһәтеү саралары тураһында”ғы 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк 172-се ҡарарына ярашлы, билдәле категорияға ингән ғаиләләргә аҡсалата компенсация нормаһы ҡаралған. Был хаҡта балаларығыҙ йөрөгән мәктәпкәсә учреждениеларҙа белешмә алырға була”.
Щербаков урамының 4-се йортонда йәшәүсе хужабикәнең һорауы күптәрҙе борсой ине – хужаһыҙ хайуандар һәм күп фатирлы йорттарға терәлеп тигәндәй ҡояшты ҡаплап ултырған ағастар. Был мәсьәләгә аңлатманы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге белгестәре бирҙе: “РФ Торлаҡ Кодексының 36-сы статьяһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙағы фатир хужалары үҙҙәре йәшәгән йорттоң дөйөм милкенә лә хужа” йәки йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү уларҙың рөхсәте, йәки мөрәжәғәте менән генә эшләнә. Ағастарҙы ҡырҡыу тураһында ҡарар күп фатирлы йорт хужаларының тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә. Был ҡарар дөйөм йыйылышта протокол менән нығытыла.
Ә ҡарауһыҙ хайуандарға килгәндә, яуаптарҙан күренеүенсә, беҙҙә “РиК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ме-нән муниципаль контракт төҙөлгән. Улар ҡарауһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм транспортировкалау, уларға клиник күҙәтеү үткәреү һәм иҫәпкә ҡуйыу, приюттарҙа карантин ваҡытында идентификациялау һәм уларға ҡарата дауалау-профилактика саралары үткәреү, приютта уларға урын булдырыу менән шөғөлләнә. БР Хөкүмәтенең 2016 йылдағы 187-се ҡара-ры менән раҫланған Башҡортостанда ҡарауһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм ҡарау тәртибе нигеҙендә ҡарауһыҙ хайуандарға стерилизация яһала. Ошо процедура яһалғандан һуң хайуандар элек йәшәгән урындарына кире ҡайтарыла.
Яуаптарҙы Р.ҒӘЛИМОВА
яҙып алды.
Читайте нас: