Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тура бәйләнеш
18 Декабрь 2018, 02:06

ПЕРВОМАЙСК ҠАСАБАҺЫНА ЛА СУПЕРМАРКЕТ КӘРӘК

Сауҙа үҙәктәре күп тиһәк тә, ҡаланың бөтә өлөштәрендә лә һатыу алып барыуҙан ҡәнәғәт түгелдәр икән. Владимир Куликов менән менән тура бәйләнешкә Первомайскийҙан шылтратыусы ҡатын үҙе йәшәгән ҡасабала ҙур супермаркет асыуҙы һораны.

Ҡала хакимиәте башлығы менән тура эфир барышында уның ҡулланыусылар һәм хеҙмәтләндереү баҙары, эшҡыуарлыҡ, баҡсасылыҡ мәсьәләләре буйынса яуаплы урынбаҫары Рөстәм Рахманғолов был һорауға яуап бирҙе. Рөстәм Камил улы һүҙҙәренсә, был ҡасабала эшләп килгән «Семерочка» йәки «Продтовары» селтәренең магазины эшләп килгән. Хәҙер ул юҡ, ә бинаһы буш тора. Суд процедураларынан һуң был урындар ҡала хакимиәте ҡарамағына күсерелергә тейеш, артабан был майҙансыҡтарҙы торгтарға сығарасаҡтар. Әлеге мәлдә был урындарға «Пятерочка» һәм «Монетка» селтәре магазиндары урынлаштырыу буйынса һөйләшеү алып барыла. Әммә уға тиклем күпмелер ваҡыт үтәсәк.
Читайте нас: