Бөтәһе лә көнкүреш йорто эргәһендә яңы төҙөлөш ҡалҡып килгәнен күрә. Әммә һаман да уның исеме билдәһеҙ ине. Бөгөн тура эфирҙа үткән матбуғат конференцияһы барышында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов быға бәйле яуаптар ҙа бирҙе.
Тура эфирға һорау биреүселәрҙең береһе интернетта Стәрлетамаҡ баҙарға әйләнеп бара тигән фекер йөрөй тип әйтте. Һәм етәксенең был һүҙҙәр менән килешеү-килешмәүен һораны.
Ҡала башлығы был өлкәлә бер ниндәйҙә ҡурҡыныс күрмәйем тип яуапланы. Баҡтиһәң бындай сауҙа үҙәктәре бик күп кешене эш менән тьәмин иткән. Халыҡҡа брендлы тауар артынан Өфөгә йә, Ырумбурға йөрөргә кәрәкмәй, барыһын да үҙебеҙҙә һатып алырға мөмкин. Шуға ла ҡалаға билдәле компаниялар саҡырыла. Етәксе шулай уҡ 80-се йылдарҙы иҫкә төшөрөп китте, колбаса, йә башҡа төрлө тауар артынан сиратта тороп алған мәлдәрҙе. Бындай сауҙа үҙәктәре тауарҙың сифатын, уның күп төрлөлөгөн, һайлап алырға мөмкинселек биреүен аңлатты.
- Әлбиттә был һорауҙы ни өсөн биргәндәрен аңлайым, һорау артында икенсе нимә тора. Ни өсөн етештереүсе предприятиелар төҙөлмәй тигән һорау йәшерелгән. Әлбиттә был өлкәлә лә эш алып барыла, эшҡыуарҙар үҙ тәҡдимдәрен әйтеп тора, эш башларға әҙер булыусылар ҙа бар.- тине Владимир Иванович, уйланыуҙарын белдереп.
Сауҙа үҙәктәренә килгәндә, Көнкүреш йорто эргәһендә төҙөлөп килгән бина 2019 йылда ишектәрен асырға тейеш. «Елка»ла (сауҙа үҙәге шулай тип атала) ҡала халҡына яҡын буласаҡ, сөнки тап ошо урында элек ҡаланың иң ҙур шыршы майҙаны, боҙ ҡаласығы урынлашҡан ине. Етәксе һүҙҙәренсә, бында ресторан, фитнес клуб һәм сауҙа нөктәләре буласаҡ.
Шулай уҡ реконструкция яһалған Искра кинотеатры ла яңылыҡтар алып килә. Ул шулай уҡ күңел асыу һәм сауҙа үҙәгенә әйләнәсәк, унда сауҙа итеү менән берлектә спорт майҙансыҡтары буласаҡ. Унда скаладром һәм фитнес менән шөғөлләнеүҙе башларға уйлайҙар. Күптән инде Макдональдс асыу тураһында хәбәр бар ине, ысынлап та, был компания ҡалаға киләсәк. Ғәҙәттә был компания халҡы 500 меңгә етмәгән ҡалаларға барырға ашҡынып тормай, шулай ҙа йәштәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ул Стәрлетамаҡта үҙ нөктәһен асырға булған... Барыһы хаҡында ла бөгөн ҡала башлығы менән тура эфирҙа әйтелде.