Ошондай һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды Владимир Куликовҡа тура эфир мәлендә. Ҡала башлығы иһә һындарҙы һайлағанда ҡаланың художестволы советына мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр итте. Баҡтиһәң, һындарҙы ҡаланың рәссамдары, архитекторҙары махсус ултырышта билдәләгән булған. Һындар башҡа ҡалаларҙы ҡабатламау һәм ҡаланың үҙенең төҫөн булдырыу йәһәтенән сығып яһалған. Етәксе һүҙҙәренсә, һәр кешенең үҙ талаптары, ҡыҙыҡһыныуҙары, шуға ла һәр объект та оҡшап етмәүе мөмкин. Кемгәлер торшер оҡшай, икенсегә ул оҡшап етмәй, ә китапты үҙ итә - былар Хоҙайберҙин урамында ҡуйылған арт-объекттар.
- Шулай ҙа һүрәттә икенсе төрлө ине, беҙ башҡасараҡ уны күҙ алдына килтерә инек, етештереүселәр фотолағы кеүек эшләп еткерә алманы. – тине Владимир Иванович.
Төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән аҡсаларҙы башҡа өлкәгә йүнәлтергә мөмкин түгелме, тип әйтеүселәр ҙә йыш осрай. Был аҡсаларҙы, ысынлап та, поликлиника, юлдар төҙөү йә башҡа файҙаға ҡулланырға мөмкин кеүек. Шулай ҙа аҡсаларҙы башҡа яҡҡа йүнәлтеп булмай икән, программа буйынса маҡсатлы рәүештә ҡалала уңайлы мөхит булдырыу өсөн файҙаланырға тейеш.