Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тура бәйләнеш
21 Ғинуар 2019, 13:13

Республикала йәшәүселәргә һөт ризыҡтарының сифаты буйынса консультациялар ойошторола

21 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы һөт ризыҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге, яраҡлылыҡ ваҡыты буйынса «ҡыҙыу элемтә» ойоштора.

Белгестәр һөт продукттарының яраҡлылыҡ ваҡыты, уларға норматив талаптар, ризыҡ һайлау һәм дөрөҫ туҡланыу буйынса кәңәштәр бирә.
Һәр кем дүшәмбе-йома көндәрендә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-700-90-30 телефоны буйынса консультация алырға мөмкин. Тәнәфес: көндөҙгө сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа тиклем (шылтыратыу бушлай).
http://www.bashinform.ru/news/1263069-zhiteley-bashkirii-prokonsultiruyut-po-voprosam-kachestva-molochnoy-produktsii/
Читайте нас: